Милли кейем –халыҡтарҙың эске булмышының сағылышы

Милли кейем –халыҡтарҙың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа ла, милләттең эске эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.

16 апрель Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә. . Был байрам республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Бөгөн ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

Белорет лицей – интернаты ла был саранан ситтә ҡалманы. “Милли кейем- халҡымдың мираҫы” тип исемләнгән тема аҫтында берҙәм дәрестәр үтте. Ҡаһарманова Регина Рамазан ҡыҙы милли кейемгә арналған, “Башҡорт кейеме биҙәүестәре» исемле, бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙе. Мостафина Лилиә Дауыт ҡыҙы уҙғарған ике класс араһындағы дәрес-ярыш та бик күңелле һәм фәһемле булды. Бөтә уҙғарылған дәрес. Сараларҙа, уҡыусылар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында белемдәрен күрһәтте, башҡорт халыҡ милли кейеме буйынса белемдәрен камиллаштарҙы. Балаларға матур презентациялар , сағыу милли кейем өлгөләре күрһәтелде.

Ҡотоева Гөлнара Һаҙый ҡыҙы ойошторған флешмобта 6 класс ҡыҙҙары дәртле ҡатнашты. Башланғыс класс уғыусылары «милли кейемдә уҡыйым» акцияһында әүҙем булдылар.

Бына ошондай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам булып тора ла инде.


#милликейемдәуҡыйым #учусьвнациональномкостюме