Открытые уроки учителей башкирского языка по творчеству Ш. Бабича

10 декабрь 2020 Абҙаҡ урта мәктәбендә халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Ш.Бабичтың 125 йыл тулыуына арналған асыҡ дәрестәр үтте.


Илүзә Рамил ҡыҙы Шоҡобаева 7б класында Ш.Бабичтың “Ҡурайҡайға”шиғырын өйрәнеп,мәктәп музейына экскурсия яһап,башҡорт халҡының музыка ҡоралы-ҡурайҙың ҡайҙа,нисек үҫеүен белеп, хатта ҡурайҙа уйнап ҡарап, рухи байлыҡтарын үҫтерҙеләр.


Рәзилә Мирал ҡыҙы Фазылова 6б класында Ш.Бабичтың “Башҡортостан” шиғыры буйынса бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙе. Кроссворд аша дәрестең темаһын билдәләп, “Башҡортостан” шиғыры аша тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау кеүек патриотик тойғолар тәрбиәләне.


Фирүзә Сәйфулла ҡыҙы Фаттахова 9-сы класс менән Ш.Бабичтың тормош һәм ижадына байҡау яһап,газета-журналдар күргәҙмәһе аша белгәндәрен тағы ла тулыландырып, Бабич лирик шағир булыуын ғына түгел, үткер телле юморист һәм сатирик шағир икәнен дә үҙләштереп, шиғырҙарын сылбыр менән уҡып, күңел байлығын байытып таралыштылар.

Методик берекмә етәксеһе Фаттахова Фирүзә Сәйфулла ҡыҙы.


Источник: https://sohabzakovo.02edu.ru




© 2021 МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

МР Белорецкий район  Республики Башкортостан

  • Мы в телеграмм
  • Серый Значок YouTube
  • Серый Instagram Иконка
  • Серые Одноклассники Иконка
  • Серый Vkontakte Иконка
  • Серый Facebook Icon
  • Серый Twitter Иконка
  • Серый G + Иконка