Встреча с писателями, посвященная 100-летию Республики Башкортостан

18 март  Абҙаҡ урта мәктәбендә халҡыбыҙҙың рухын күтәреп,йәшәүгә дәрт,илһам уятыусы ижад әһелдәре:Таһирова Әнисә  Абдулла ҡыҙы- шағирә,тәржемәсе ,Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы- ғалим, Сурағолов Рәмил Мотаһар улы – шағир,композитор, Абдуллина Фирүзә Дәһләтша ҡыҙы-уҡытыусы,шәғирә,Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы – яҙыусы,журналист, Сабир Шәрипов исемен йөрәткән Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары менән йылы осрашыу  уҙҙы.Был мәртәбәле  осрашыу Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Байрам  сараһы “ Отҡорҙар , Шаяндар һәм Тапҡырҙар” уйыны формаһында барҙы.“Арғымаҡтар”ға( уҡыусыларҙың йыйылма командаһы)  ҡаршы “Иҙел башы” ( яҙыусылар командаһы) көрәш алып барҙы. Бәйге артынан бәйге ,викторина һорауҙары, “ Башҡортостаныбыҙ матурлығы шағир-яҙыусылар һәм уҡыусылар күҙлегенән” тип аталған конкурстар һәр кемдең күңеленә хуш килгәндәр. Был ярыш төрөн алыу ҙа юҡҡа түгел,сөнки   беҙҙең мәктәп рәссам Әхмәт Лотфуллин исемен йөрөтә.Йыл һайын  Әхмәт Лотфуллин айлығы үткәрелә,осрашыуҙың ошо ваҡиғаға тура килеүе,был байрамға  оло мәртәбә өҫтәне.Күҙҙәрҙе бәйләп  һүрәт төшөрөү  бәйгеселәрҙе тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Конкурстар араһында  Мирас  Хәмзә улының  үҙе менән булған мәҙәктәре,Әнисә Абдулла  ҡыҙының ,Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының  йөкмәткеле шиғырҙары , Рәмил Мотаһар улының моңло йырҙары, Айгиз Ғиззәт улының  хәтирәләре һәр уҡыусының күңелендә оҙаҡ һаҡланыр,байрамға тағы йәм өҫтәп,яҙ ҡояшылай йылылыҡ бөрктө.”Халҡым рухы башҡорт бейеүендә” тигән конкурста ҡунаҡтар“ Наза”бейеүен уҡыусыларға өйрәтеп дәртле баҫып бейеп алһаҡ,ә уҡыусылар “Түңәрәк” уйынына саҡырҙы. Ярыш булғас еңеүсеһе,еңелеүсеһе була, артыҡ бер балл менән “Арғымаҡ” командаһы еңеүсе булды.   Күңелле һәм йәнле осрашыу барыбыҙҙың да күңелдәренә хуш килде. Яҙыусы һәм уҡыусылар араһында дуҫлыҡ күпере өҙөлмәһен, ныҡ булһын,илебеҙ тыныс,күгебеҙ яҡты булһын!

Сараны ойоштороусы башҡорт теле уҡытыусылары  ойошмаһына һәм музыка уҡытыусыһы Лира Таһир ҡыҙына рәхмәтемде белдерәм.

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары

берекмә ойошмаһы Фаттахова Ф.С.

 

 

 

Please reload

© 2019 МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

МР Белорецкий район  Республики Башкортостан

  • Серый Значок YouTube
  • Серый Instagram Иконка
  • Серые Одноклассники Иконка
  • Серый Vkontakte Иконка
  • Серый Facebook Icon
  • Серый Twitter Иконка
  • Серый G + Иконка